7 декабрь, Шаршамбы

17 ғинуар 2012 йыл, 11:34

Урман һәләкәтендә рядовой һалдат ғәйепләнә

автор: Ольга Мортазина

Запас рядовойы Сергей Деняев шартлау хәүефе булған объекттарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләнә. Тәфтишселәр билдәләүенсә, 2011 йылдың 26 майында Деняев гильзаны төшөрөп ебәргән, уныһы шартлаған һәм Иглин районының Урман ауылындағы хәрби арсеналда башланған шартлауҙарға һәм янғынға килтергән. Рядовой ғәйепләнгән статья өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙаллай.

Өфө гарнизонының тәфтиш бүлеге вазифалы кешеләргә ҡарата асылған енәйәт эштәрен дә тикшерә. Урман фажиғәһенән һуң ошондай уҡ сәбәптәр арҡаһында Удмуртиялағы хәрби арсеналда янғын сығыуын иҫәпкә алып, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Урмандағы ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәрен ентекләп тикшерергә күрһәтмә биргән.