3 декабрь, Шәмбе

17 ғинуар 2012 йыл, 11:22

Юрий Григорович Өфөлә«Корсар» балетының репетицияһын үткәрә

автор: Ольга Мортазина

Балетмейстер Юрий Григорович башҡорт балеты артистары менән «Корсар» спектакленең репетицияһын үткәрә. 18-се Нуреев фестивале ошо спектаклдең премьераһы менән асыласаҡ. Халыҡ-ара балет сәнғәте байрамы Өфөлә май аҙағында, миҙгел ябылыуы алдынан үтәсәк.

Опера һәм балет театрынан хәбәр итеүҙәренсә, репетициялар Григоровичтың ассистенты Олег Рачковский менән ғинуар башында уҡ башланған. Хәҙер эштәр барышын тикшерергә маэстро үҙе килгән.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының арҙаҡлы балетмейстер менән хеҙмәттәшлеге 90-сы йылдарҙа башланған. Юрий Григорович Өфөлә дүрт спектакль ҡуйған, улар әле һаман репертуар афишаһынан төшмәй. «Файҙаһыҙ һаҡлыҡ саралары», «Дон Кихот», «Щелкунчик» һәм «Аҡҡош күле» иң популяр пьесалар булып ҡала һәм тулы залдарҙа бара, тип билдәләне театрҙың әҙәби бүлеге хеҙмәткәре Валентина Айшпор.

темалар: театр