11 декабрь, Йәкшәмбе

17 ғинуар 2012 йыл, 11:09

Күгәрсен районы кешеһе алты йәшлек ҡыҙҙы көсләгәне һәм үлтергәне өсөн хөкөм ителде

автор: Ольга Мортазина

Республиканың юғары суды Күгәрсен районының Бикҡужа ауылынан 21 йәшлек егеткә хөкөм ҡарары сығарҙы. Былтыр 19 августа уның күршеләре кинйә ҡыҙҙарының тыуған көнөн билдәләй, уға алты йәш тула. Һуңыраҡ бала урамға уйнарға сыға. Бер нисә сәғәттән һуң ҡыҙҙары ҡайтмағас, ата-әсәһе һәм ҡунаҡтар уны эҙләргә сыға, әммә бөтә ауылды урап сыҡһалар ҙа, баланы тапмайҙар. Иртән ҡыҙҙың әсәһе уның юғалыуы тураһында полицияға хәбәр итә. Сабыйҙы тиҙ арала табалар. Өҫтөнә еңелсә тупраҡ һибелгән һәм ботаҡтар менән ҡапланған, көсләнгән баланың мәйете Ағиҙел буйынан табыла. Бала быуып үлтерелгән була.

Сабый үлгән ваҡытта ауылдан китеп юғалған күршегә шик төшә. Егетте район үҙәге Мораҡта, туғандарында йәшеренгән еренән, ҡулға алалар.

—  Ғәйепләнеүсе бәлиғ булмаған балаға ҡарата эшләгән ҡылығын таныны һәм үкенде. Дүшәмбе көндө суд уны йыл ярымға иркен сикләү менән бергә 21 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатыу тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Юғары судының матбуғат секретары Елена Макушина.