Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Киҫкен вируслы респиратор инфекция менән ауырыусылар иҫәбе 47 процентҡа артты

Йәмғиәт

Ғинуарҙың икенсе аҙнаһында Башҡортостанда киҫкен вируслы респиратор инфекция менән 10 921 кеше ауырый башлаған. Сир йоҡторғандарҙың 70 проценты — 14 йәшкә тиклемге балалар, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында. Үткән аҙна менән сағыштырғанда ауырыусылар иҫәбе 47 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта ул күп йыллыҡ уртаса күрһәткестән 37,9 процентҡа түбән булып ҡала. Грипп осраҡтары теркәлмәгән.

Республиканың баш ҡалаһында бер аҙнала вируслы инфекция менән ауырыусылар иҫәбе 2,4 процентҡа артҡан. Шул уҡ мәлдә эпидемиологтар 3-6 һәм 7-14 йәштәгеләр араһында вируслы инфекция менән ауырыу кимәленең 6,7 һәм 48,8 процентҡа кәмеүен билдәләй. Өфөлә киҫкен вируслы респиратор инфекция менән ауырыу кимәле эпидемик сиктән 56,6 процентҡа түбән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть