5 декабрь, Дүшәмбе

17 ғинуар 2012 йыл, 11:04

Әбйәлил районының ауыл биләмәләре башлыҡтары парта артына ултырҙы

автор: Марина Шумилова

Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов ҡарары менән «Яҡтыкүл» шифаханаһы нигеҙендә ауыл биләмәләре башлыҡтарының курстары башланды, тип хәбәр итә район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Бындай курстар ауыл биләмәләре башлыҡтарына методик һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү маҡсатында районда йыл һайын үткәрелә. Улар алдында район хакимиәте башлыҡтары урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары, һалым хеҙмәте, Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идаралығы һәм башҡа ведомство вәкилдәре сығыш яһаясаҡ. Курстар тест үтеү һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары эшмәкәрлегенә баһа биреү менән тамамланасаҡ.