Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Нефтекама мэры вазифаһына имтиханды ике кеше тапшырҙы

Сәйәсәт

Нефтекама башлығы вазифаһына имтиханды ике кеше тапшырҙы. Федераль, республика һәм муниципаль ҡануниәттәр буйынса белемдәрен улар Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында тикшерҙе, «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре Советы» ассоциацияһының Эксперттар комиссияһы һорауҙарына яуап бирҙе. Был хаҡта журналистарға Комиссия рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы ректоры Сергей Лаврентьев хәбәр итте. Йәмғеһе дүрт кандидат имтихан бирергә теләк белдерҙе, әммә уларҙың яртыһы ғына был һынауҙы үтә алды, тип белдерҙе ул.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 декабрҙә Нефтекаманың ҡала Советы ултырышы үтте. Депутаттар ҡарары менән ҡала башлығы Владимир Громов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, был вазифанан бушатылды. Нефтекама башлығы вазифаһын ваҡытлыса, был вазифаға конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңгән кеше тәғәйенләнгәнгә тиклем, Илүс Ғарифуллин башҡарҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть