Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

2013 йылғы VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары сайты асылды

Йәмғиәт

2012 йылдың 1 ғинуарынан 2013 йылғы VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарының рәсми сайты асылды: www.icg-ufa2013.com. Ул уйындарҙа ҡатнашыусылар, уларҙың тренерҙары, киң мәғлүмәт саралары, сәләмәт тормош яҡлылар һәм бөтә ҡыҙыҡһыныусылар өсөн тәғәйенләнгән.

Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был портал киләһе бүлектәрҙән ғибәрәт: спорт төрҙәре, ярыштарҙың ваҡыты, йомғаҡтар, медиагалерея һәм башҡалар.

Шулай уҡ Халыҡ-ара балалар уйындары буйынса һорауҙар һәм яуаптар өсөн майҙансыҡ һәм «бәйләнеш» бүлеге бар, унда йүнәлештәр буйынса ойоштороусылар тураһында мәғлүмәт табырға була. Уйындар башланыуға яҡынса бер йыл ҡалғас, ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы электрон форматта теркәү системаһы эшләй башлаясаҡ.

Әлеге ваҡытта сайт тест режимында эшләй. Уйындар яҡынлаша килә ул тулыландырыласаҡ.

Сайт интернет менән ҡулланыусылар иғтибарын был ҙур сараға һәм спорт өлкәһенә йүнәлтер, тип ышана Халыҡ-ара балалар уйындарын ойоштороусылар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть