Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә балалар йорттары араһында мини-футбол буйынса иң яҡшы команда билдәләнде

Йәмғиәт

Өфөнөң «Динамо» спорт комплексында «Башҡортостан Республикаһы милләттәре берлеге» Кубогына балалар йорттарында һәм социаль приюттарҙа тәрбиәләнеүселәр араһында мини-футбол буйынса чемпионат үтте. Ойоштороусылар булып Башҡортостандың Футбол һәм мини-футбол федерацияһы ярҙамында «Байтул Мал» фонды, Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге сығыш яһаны.

«Байтул Мал» фондынан билдәләүенсә, чемпионат балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә ярҙам итеү, милләт-ара татыулыҡты нығытыу, шулай уҡ йәштәр араһында спортты һәм сәләмәт тормошто популярлаштырыу маҡсатында ойошторолдо.

Ярыштарҙа Башҡортостандан ғына түгел, Силәбе өлкәһе ҡалаларынан да етем балалар ҡатнашты.

Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса Өфөнөң 9-сы балалар йорто командаһы еңеүсе тип табылды. Башҡа балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә лә приздар тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть