9 декабрь, Йома

16 ғинуар 2012 йыл, 17:31

Нефтекамала йәш ғаилә янғында һәләк булған

автор: Ольга Мортазина

Үткән шәмбелә ҙур янғында йәш ғаилә һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәл Нефтекаманың шәхси секторында булған, Колхоз урамындағы янғынды күршеләре бик һуң күреп ҡалған. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, диспетчерҙарға 2 сәғәт 54 минутта шылтыратыу булған. Был ваҡытта янғын йортто тулыһынса ялмап алған булған.

Янғын һүндереүселәр 34 йәшлек ир менән ҡатындың һәм уларҙың 6 йәшлек улдарының мәйетен тапҡан. Янғын сәбәбе асыҡлана, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: янғындар