9 декабрь, Йома

16 ғинуар 2012 йыл, 17:13

700-гә яҡын халыҡ-ара күҙәтеүсе Рәсәйҙә үтәсәк Президент һайлауҙарына саҡырылды

автор: Марина Шумилова

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы 700-гә яҡын халыҡ-ара күҙәтеүсене Рәсәйҙә март айында үтәсәк Президент һайлауҙарына саҡырҙы, был 2008 йылдағына ҡарағанда ике тапҡырға күберәк, тип хәбәр итә РИА Новости.

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров һүҙҙәренсә, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы дөйөм алғанда 698 халыҡ-ара һайлаусыны саҡырған. Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһының Демократик институттар һәм кеше хоҡуҡтары бюроһынан – 200 кеше, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән, шул иҫәптән Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең халыҡ-ара Парламент ассамблеяһы һәм Белоруссия һәм Рәсәй союзының Парламент йыйылышынан 200 кеше буласаҡ. 100 күҙәтеүсе – Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһының Европа Советының Парламент ассамблеяһынан, 40 кеше — Европа Советының Парламент ассамблеяһынан, 30 күҙәтеүсе – Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһынан, алты кеше Төньяҡ советтан буласаҡ. Йәнә дүрт күҙәтеүсе Рәсәйгә — Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһынан, 50 күҙәтеүсе – эксперттар берләшмәһенән һәм 68 кеше сит ил партнерлыҡ һайлау комиссияһынан киләсәк.

2008 йылда үткән Президент һайлауҙарына Рәсәйгә 361 халыҡ-ара күҙәтеүсе килгәйне.

темалар: һайлауҙар