Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Күмертау уҡыусыларына Аман Тулеевтан хәрби форма һалынған посылка килде

Йәмғиәт

Күмертау ҡалаһының 4-се мәктәбенә Кемерово өлкәһенән хәрби форма һалынған посылка килде. Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, уҡыу йылы башында мәктәп коллективы Кемерово өлкәһе губернаторы Аман Тулеевҡа егеттәр өсөн хәрби форма һатып алыуҙа ярҙам күрһәтеүен һорап мөрәжәғәт иткән.

Кемерово губернаторы үтенесте ихлас ҡабул иткән. Кемерово өлкәһендә тегелгән 30 комплект авиация ғәскәрҙәре хәрбиҙәренең формаһы Күмертауға ебәрелгән.

Педагогтар Аман Тулеев адресына иғтибары һәм 1950-се йылдарҙа башланғыс кластарҙа уҡыған мәктәбенә ярҙам итеүе өсөн рәхмәт һүҙҙәре менән телеграмма ебәргән. Форма тегеүгә булышлыҡ иткәне өсөн уҡытыусылар Кемерово өлкәһенең мәғариф һәм фән департаменты начальнигы Елена Пахомоваға ла рәхмәтен еткергән.

Мәктәп уҡыусыларына яңы кителдәр, пилоткалар һәм аҡ бирсәткәләр ныҡ оҡшаған. Хәҙер 4-се ҡала мәктәбендә хәрби-патриотик клуб асыласаҡ. Тантана 10 февралгә билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть