Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Олимпиада ярҙамында мәктәп уҡыусылары журналист һөнәренә эйә була ала

Йәмғиәт

Башҡортостан уҡыусылары олимпиадала яуланған еңеү ярҙамында Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға инә аласаҡ. М.В.Ломоносов исемендәге университеттың журналистика факултеты «Асыҡ донъя» хәйриә фонды ҡатнашлығында «Журналистика» предметтар комплексы буйынса «Ломоносов» мәктәп уҡыусылары олипиадаһының һайлап алыу этабын үткәрә.

Рәсәйҙең Журналистар союзы сайтында хәбәр ителеүенсә, олимпиаданың һайлап алыу һәм һуңғы этабын уңышлы үтеүсе уҡыусылар, еңеүселәр һәм призерҙар булараҡ, Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға инә аласаҡ.

Беренсе этапта ҡатнашыусылар тәҡдим ителгән темаларға яҙма эш башҡарасаҡ. Олимпиаданың икенсе (һуңғы) этбы Мәскәүҙә ағымдағы йылдың мартында үтәсәк. Ҡатнашыусыларға журналистика, әҙәбиәт һәм сит тел буйынса комплекслы яҙма эш башҡарырға тәҡдим ителәсәк.

«Ломоносов» мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы ҡағиҙәләре менән  www.lomonosov.msu.ru; www.rg.ru; www.radiorus.ru; www.journ.msu.ru сайттарында танышырға була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть