11 декабрь, Йәкшәмбе

16 ғинуар 2012 йыл, 14:56

БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитетының порталы адресын алмаштырҙы

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәсми сайтының адресын алмаштырҙы. Сайттың яңы адресы: goskomzakaz.ru.

— Элекке версиянан айырмалы, БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты порталының яңы адресы интернет киңлегендә ҡулланыусылар өсөн был вәкәләтле орган эшмәкәрлеге мәсьәләләренә бәйле мәғлүмәттәрҙе йылдамыраҡ табырға һәм ҡулланырға мөмкинлек биреүсе уңайлыраҡ һәм ябай навигацияға эйә. Шул уҡ ваҡытта сайтыбыҙҙың структураһы һәм мәғлүмәти эстәлеге үҙгәрешһеҙ ҡалды, — тип хәбәр итте дәүләт комитетының матбуғат секретары Гөлнара Шафиҡова.

Әйткәндәй, комитеттың элекке сайтына әүәлгесә goskomzakaz.bashkortostan.ru адресы буйынса инергә мөмкин.