Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Республика аграрийҙары халыҡ-ара трактор турнирына саҡырыла

Иҡтисад

20 майҙа Дондағы Ростовта ауыл механизаторҙары араһында тәгәрмәсле тракторҙарҙа уҙыштар — «Бизон-трек-шоу» халыҡ-ара тамашаһы үткәрелә. Тракторҙар турнирында республика аграрийҙары ла ҡатнаша ала.

Ярыштарға двигатель күләме 4 литрға тиң тракторҙары (Беларус-80.1/82.1, Беларус-1221 һәм башҡалар) булған механизаторҙар саҡырыла. Республика хужалыҡтарында бындай модификациялы «ҡорос аттар» бихисап, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Иң мөһим шарт — техника техник регламентҡа яуап бирергә тейеш.

Ярыштар ете этаптан торасаҡ. Улар иҫәбендә ваҡытҡа уҙыш, һыулы ҡаршылыҡтарҙы үтеү, араһында юлдарҙы алмаштырып, ҡулса буйынса парлы уҙыштар,  иң һуңынан тиҙлеккә маневрҙар.

Трактор раллиһында төп бүләк — ауыл хужалығы эштәре өсөн заманса трактор.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бушлай туҡланасаҡ һәм ҡунаҡханаға урынлаштырыласаҡ. Ҡатнашыуға заявкалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть