Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Хайуандар донъяһы тураһында»ғы республика законына аныҡлыҡ индерә

Сәйәсәт

Башҡортостан парламентарийҙары алдағы пленар ултырышта өсөнсө уҡыуҙа республика Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты тарафынан әҙерләнгән «Хайуандар донъяһы тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы республика законы проектын тикшерергә планлаштыра.

Төҙәтмәләр федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү сәбәпле талап ителә. Был үҙгәрештәр дәүләт контролен ойоштороу системаһына һәм был контролде башҡарырға хоҡуҡлы башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенә аныҡлыҡ индереүгә йүнәлтелгән. Ошоға бәйле был өлкәлә Башҡортостандың дәүләт власы органдарының вәкиллек хоҡуҡтарын билдәләү йәһәтенән «Хайуандар донъяһы тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законының айырым положениеларына үҙгәрештәр индерелә. Был үҙгәрештәр шулай уҡ республика законында ҡулланылған терминологияға ла ҡағыла.

«Хайуандар донъяһы тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы республика законы проектынан тыш, Комитет ағзалары шулай уҡ өсөнсө уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһында һыу мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы республика законы проектын тикшерергә тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть