11 декабрь, Йәкшәмбе

16 ғинуар 2012 йыл, 13:16

Бүздәк балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр татар халҡының мәҙәниәте һәм дине менән танышты

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бүздәк балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр директор Зөлфирә Емельянова менән бергә татар мәҙәниәте, йолалары һәм ислам дине менән танышыу маҡсатында Килем ауылына барып ҡайтты.

Балалар Килем мәсетендә булды. Имам-хатиб Мәхмүт Үлмәҫҡолов ислам дине нигеҙҙәре, урындағы дин эшмәкәрҙәре, мосолман ғибәҙәтханаһы һәм ауылдың башҡа йорттары хаҡында һөйләне.

Мәктәптә ҡунаҡтар этнография һәм крайҙы өйрәнеү музейында булды. Музей етәксеһе Лиза Атнағолова Килем ауылы тарихы тураһында бәйән итте.

«Килем» татар тарихи-мәҙәни үҙәгенең ижади коллективы «Эх, татар түбәтәйе...» тамашаһын күрһәтте, ә бәләкәй ҡунаҡтар үҙҙәренең концерт номерҙарын тәҡдим итте. Осрашыу аҙағында боронғо милли уйындар ойошторолдо. Конкурстарҙа еңеүселәргә һәм әүҙем ҡатнашыусыларға татлы бүләктәр тапшырылды.