Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↑

EUR 69.47 ↓

25 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Ислам дине хоҡуғын белеүселәр өфөлөләргә консультация бирәсәк

Йәмғиәт

«Байтул Мал» фонды шәриғәт өлкәһендә халыҡ өсөн консультациялар ойоштормаҡсы. Фонд директоры Артур Нәсибуллов хәбәр итеүенсә, халыҡ менән эшләү өсөн ислам дине хоҡуғы өлкәһендәге белгестәр саҡырыласаҡ. Төп талап – Рәсәйҙең йәки сит илдең ислам уҡыу йортон тамамлауҙы белдергән дипломдың булыуы. Дәғүә итеүселәр фонд ҡарамағындағы квалификация комиссияһы алдында һынау тоторға тейеш. Һынауҙы уңышлы үткәндәргә мосолман хоҡуғы буйынса советник сертификаты биреләсәк.

Советниктарға граждандар ҙа, юридик шәхестәр ҙә мөрәжәғәт итә ала. Белгестәр мосолман илдәрендә эшләргә йәки сит ил предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итергә теләүселәргә лә ярҙам итәсәк.

Фондтан хәбәр итеүҙәренсә, биш кеше сертификат алырға һәм халыҡҡа консультация бирергә теләк белдергән дә инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть