10 декабрь, Шәмбе

16 ғинуар 2012 йыл, 12:43

8000 вакансияға Өфөлә рәсми рәүештә 8600-ҙән ашыу эшһеҙ дәғүә итә

автор: Галина Бахшиева

Бөгөнгө көндә Өфөлә һигеҙ мең самаһы вакансия иҫәпләнә, уларға 8600-ҙән ашыу рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙ дәғүә итә. Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәрендә әлеге мәлдә йәмғеһе 9200 самаһы кеше иҫәптә тора.

«Башинформ» агентлығына ҡаланың мәшғүллек хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәр менән вакансиялар иҫәбенең нисбәте әле 1,15-кә тиң. Рәсми теркәлгән эшһеҙлек кимәле әлегә 1,56 процентты тәшкил итә.

Үткән аҙнала Өфөләге халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге хеҙмәттәренән меңдән ашыу кеше файҙаланған. 600-ҙән ашыу кеше эшкә урынлашыуға реаль мөмкинлек алған. Шуларҙың 540-ы мәғлүмәт базаһынан һайлап алынған. Тағы 60 өфөлө эш биреүселәр менән әңгәмәләшеү үткәндән һуң эшкә саҡырылған.