6 декабрь, Шишәмбе

16 ғинуар 2012 йыл, 11:42

Рудик Исҡужин Федерация Советының РФ Үҙәк һайлау комиссияһындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде

автор: Марина Шумилова

Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың күрһәтмәһе менән сенатор Рудик Исҡужин Рәсәй Федераль Йыйылышы юғары палатаһының РФ Үҙәк һайлау комиссияһындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде. Күрһәтмә РФ Үҙәк һайлау комиссияһының сайтында баҫылған.

Федерация Советында Рудик Исҡужин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вәкиле булараҡ, республика мәнфәғәттәрен яҡлай, Оборона һәм хәүефһеҙлек комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара.