3 декабрь, Шәмбе

16 ғинуар 2012 йыл, 11:40

Мәскәүҙә Рөстәм Хәмитов менән Владимир Путиндың осрашыуы үтте

автор: "Башинформ"

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән эш осрашыуы үткәрҙе. Унда йыл эсендә республиканың социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләре тикшерелде, тип хәбәр итә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте. Дөйөм алғанда, республиканың сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш комплексы өлкәләрендәге етештереү күрһәткестәре насар түгел.

Рөстәм Хәмитов республиканың 2011 йылда уңышлы эшләүен билдәләне. Башҡортостан Президенты Владимир Путинды төп эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы һәм төбәк продукты буйынса республиканың 110 процентҡа сығыуын билдәләне, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ – яҡынса 940-950 миллиард һум.

— Быйыл иһә төбәк продуктының күләме 1 триллион һумды тәшкил итәсәк, — тип ышандырҙы Рөстәм Хәмитов.

Республика Президенты сәнәғәт производствоһы индексының 109,7 процентҡа етеүен билдәләне.

— Предприятиеларҙың алған килеме буйынса беҙ Рәсәйҙә ныҡлы позиция биләйбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты. – Был йүнәлештә беҙ аныҡ эш итәбеҙ. Предприятиеларҙың 80 проценттан ашыуы табышлы эшләй.

2010 йылдағы ҡоролоҡтан һуң республикала ауыл хужалығындағы хәлдәр яйға һалынды. Аграрийҙар яҡшы уңыш – 3 миллион тоннанан ашыу иген алды, ике йыллыҡ мал аҙығы запастары әҙерләнде.

— Сәсеү кампанияһы менән дә проблемалар юҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы. – 2011 йылда ауыл халҡына ярайһы уҡ яҡшы ярҙам күрһәттек, Рәсәй Федерацияһы менән бергә яғыулыҡ һатып алыуға субсидия бүлдек, орлоҡ менән ярҙам иттек.

Башҡортостан Президенты төҙөлөш комплексы өлкәһендә лә уңыштар булыуын билдәләне.

Планға ярашлы республикала 2 миллион 100 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Уларҙың 75 проценты – шәхси торлаҡ. Төбәк башлығы ауыл ерендә төҙөлөштөң әүҙем барыуын билдәләне.

— Беҙ ярҙам итәбеҙ, майҙансыҡтар бүлеп бирәбеҙ, инфраструктураны үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Һәм был һөҙөмтәләр бирә. Быйыл 2 миллион 350 мең квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү планлаштырыла, ә 2015 йылда беҙ 3 миллион квадрат метрға сығырға тейешбеҙ.

Рөстәм Хәмитов инвестицион эшмәкәрлек, тышҡы сауҙа әйләнеше, эш хаҡының 12 процентҡа артыуы тураһында һөйләне. Осрашыуҙа мәғариф һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡын арттырыу мәсьәләләре тикшерелде.

— Быйыл беҙҙә 52 яңы балалар баҡсаһы төҙөләсәк, — тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. – Үткән йылда 10,5 мең урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды. Был мәсьәләне төрлө ысулдар менән хәл итәбеҙ.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең Башҡортостан Президенты менән эш осрашыуы барышында һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу мәсьәләләре лә тикшерелде. Владимир Путин һаулыҡ һаҡлау объекттары һаны менән ҡыҙыҡһынды.

— Беҙҙә 11 район-ара, биләмә-ара медицина учреждениеһы бар, — тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. – Уларға капиталь ремонт үткәреләсәк. 4 миллиард һумға төрлө медицина ҡорамалдары һатып алынасаҡ.

Осрашыу аҙағында Рөстәм Хәмитов республика власының халыҡҡа йөҙө менән борола башлауын билдәләне.

— Власть халыҡҡа яҡыныраҡ булырға тейеш. Эшләйбеҙ, подъездарҙы, урамдарҙы, йорт алдарын төҙөкләндереү, яҡтыртыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт буйынса мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышабыҙ, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.

Республиканың спорт өлкәһендәге мөмкинлектәре лә билдәләнде. 2012 йылда Өфөлә йәштәр араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты үтәсәк.

— Быйыл Өфөлә биатлон буйынса йәйге донъя чемпионаты үтәсәк. 2013 йылдың февралендә 10-14 йәштәрҙәге балалар араһында ҡышҡы уйындар – бәләкәй Олимпия уйындарын үткәрәсәкбеҙ. Яҡынса 30 илдән меңләгән ҡатнашыусы киләсәк. Ярыштарға әҙерлек тейешле кимәлдә алып барыла.