8 декабрь, Кесе йома

16 ғинуар 2012 йыл, 11:20

Рөстәм Хәмитов һәүәҫкәр спортсылар һәм ветерандар араһында тау саңғыһы һәм сноуборд буйынса Башҡортостан кубогын асыу тантанаһында сығыш яһаны

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Олег Яровиков

Республика Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 15 ғинуарҙа Нуриман районында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәүәҫкәр спортсылар һәм ветерандар араһында тау саңғыһы һәм сноуборд буйынса Башҡортостан кубогы ярыштарын асыу тантанаһында сығыш яһаны.

Ярыштарҙа тау саңғыһы спортын һәм сноубордты яратыусылар, шулай уҡ РФ Тау саңғыһы һәм сноуборд федерацияһының квалификацион календарь ярыштарында даими сығыш яһауҙарын биш йыл элек тамамлаған спортсылар ҡатнашты.

Ярыштарҙың киләһе этаптары «Ҡандрыкүл» (Туймазы), «Өйәҙе тау» (Октябрьский), «Аҡ йорт» (Өфө), «Морат тауы» (Белорет), «Олимпик-парк» (Өфө) тау саңғыһы комплекстарының майҙандарында үтәсәк.

— Һеҙҙе бөгөнгө ярыштарҙың асылыуы уңайынан ҡотлайым, — тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов ярыштарҙа ҡатнашыусыларға. — Беҙ былтыр ойошторған һәүәҫкәр спортсылар лигаһы ярыштары уңышлы үтте. Беҙҙең турала республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә ишеттеләр. Беҙҙең барыбыҙҙы ла тау саңғыһына, сноубордҡа, әүҙем ваҡыт үткәреүгә булған һөйөү берләштерә. Башҡа көндәрҙә эшләгәс, шәмбе-йәкшәмбе ял итеү — дөрөҫ. Беҙ үҙебеҙ яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнәбеҙ. Лиганың яҡшы дауамы, һәйбәт һөҙөмтәләре булыр, һәм беҙ тағы ла оҙаҡ йылдар бергә шыуырбыҙ, аралашырбыҙ, тип уйлайым.

Башҡортостан Президенты һүҙҙәренсә, «Павловка паркы»ның тау биттәре бик уңайлы, ҡайһы бер трассаларҙы ул шәхсән үҙе тикшереп ҡараған да инде.  

— Тау саңғыһы спортының перспективаларына килгәндә, Стәрлетамаҡ менән Белореттағы тау саңғыһы үҙәктәренең әүәлге данын тергеҙә алырбыҙ, тип ышанам, — тип билдәләне ул. – Киң билдәле тау саңғыһы курорттарына иғтибар итергә кәрәкмәй. Быйылдан алып беҙ Стәрлетамаҡта яһалма ҡар булдырыу эштәрен башларға тейешбеҙ. Ошо уҡ эштәрҙе Белоретта ла башлаясаҡбыҙ – төньяҡ тау битләүен дә, көньяҡтағыһын да эшләйәсәкбеҙ. Бөгөн ресурстар эҙләйбеҙ. Алда беҙҙе матур киләсәк көтә.