11 декабрь, Йәкшәмбе

16 ғинуар 2012 йыл, 10:14

Башҡортостан Президенты Нуриман районының социаль һәм етештереү объекттары менән танышты

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 14 ғинуарҙа эш сәфәре менән Нуриман районында булды. Республика башлығы урындағы предприятиеларҙың етештереү эшмәкәрлеге менән танышты һәм социаль инфраструктура объекттарын тикшерҙе.

«Тирәкле» крәҫтиән-фермер хужалығында Рөстәм Хәмитов һарыҡ фермаларын ҡараны. Республика башлығы фермерҙарҙың финанс хәле менән ҡыҙыҡһынды. Был малсылыҡ хужалығы аттар, һарыҡ-кәзәләр үрсетеү менән шөғөлләнә. Малдарҙың дөйөм иҫәбе 2 меңдән аша. Һуңғы ике йылда аграрийҙар комплекс төҙөлөшөнә 24 млн һум аҡса һалған. Хужалыҡ әлеге ваҡытта производствоны киңәйтеү өсөн кредит ресурстары ала алмай йонсой.

— Беҙгә һеҙҙең үҫешеүегеҙ һәм уңышлы эшләүегеҙ кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов һәм булған ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн һарыҡ итен етештереүҙе арттырыу мөмкинлектәрен ҡарарға тәҡдим итте.

Саруа ауылындағы «Саруа плюс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең предприятиеһында Рөстәм Хәмитов минераль һыу һәм шәрбәтле эсемлектәр ҡойоу цехын ҡараны. 2011 йылда предприятие 5,4 млн һумлыҡ продукция етештергән һәм һатҡан. Бында шешәләргә ҡойолған минераль һыу бәләкәй магазиндарға ла, ҙур сауҙа селтәрҙәренә лә оҙатыла. Рөстәм Хәмитов скважинаның дебеты менән ҡыҙыҡһынды. Уның сәғәтенә 3600 кубометрҙы тәшкил итеүе асыҡланды, тимәк,  предприятиеға етештереү күләмдәрен арттырырға мөмкинлек бар.

Первомайск ауылында республика башлығы 60 бала уҡыған урта дөйөм белем биреү мәктәбенә инде. Уҡыу йортоноң ағас бинаһы 1956 йылда төҙөлгән һәм ныҡ ҡына иҫкергән. Педагогтарҙың уртаса эш хаҡы 15 мең һумға етә.

Ошо уҡ тораҡ пунктта Президент «Уралрегионпродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сәнәғәт линияһы төҙөлөшө менән танышты. Ул ағас күмере, таҡталар, ағас күмере брикеттары етештереү өсөн тәғәйенләнгән. Проект 2015 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыласаҡ, капитал һалыуҙар 150 млн һумды тәшкил итәсәк. Предприятиела ауыл халҡы өсөн яңы эш урындары булдырыласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте.