Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле менән таныштырыу тантанаһында ҡатнашты

Сәйәсәт

13 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Түбәнге Новгородта Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән таныштырыу тантанаһында ҡатнашты. Яңы вәкил менән төбәк башлыҡтарын Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Иванов таныштырҙы.

— Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев тулы хоҡуҡлы вәкилдәргә күпселек рәсәйлеләрҙе борсоған мәсьәләләрҙе һәр ваҡыт контролдә тоторға, ә кәрәк булғанда тиҙ арала саралар күрергә ҡушты, — тине Сергей Иванов. – Был – дарыуҙарға, бензинға хаҡтар, автомобилдәрҙең техник торошон тикшереү. Ошо уҡ мәсьәләләрҙе губернаторҙар үҙҙәре лә ҙур иғтибар менән контролдә тоторға тейеш.

Сергей Иванов шулай уҡ төбәк башлыҡтарына социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итеү тулы хоҡуҡлы вәкилдәрҙең төп бурысы булыуын билдәләне.

— Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле булыу минең өсөн оло мәртәбә, — тине Михаил Бабич. – Илебеҙ оло үҙгәрештәр алдында тора, һәм бөгөн артабан үҫешеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Михаил Бабичты РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһына 2011 йылдың 15 декабрендә тәғәйенләне, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть