Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

«Газпром трансгаз Өфө» балаларға Яңы йыл спектаклен бүләк итте

Йәмғиәт

Республиканың ҙур сәнәғәт предприятиеһы – «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамында яҡынса мең ярым бала ҙур кинәнес менән «Чебурашканың һәм уның дуҫтарының Яңы йыл мажаралары» спектаклен ҡараны.

Сара Өфөнөң С.Орджоникидзе исемендәге Мәҙәниәт һарайында (әле ӨДНТУ-ның Йәштәр һарайы) үтте. Спектаклгә 12 балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән, Өфө балалары һәм үҫмерҙәре өсөн социаль һәм республика приютынан, 13-сө, 59-сы, 92-се мәктәп-интернаттарынан, 6-сы махсуслаштырылған балалар йортонан ҡыҙҙар һәм малайҙар саҡырылды.

«Яратҡан әкиәттәр» театры директоры Екатерина Куприянова журналистарға һөйләүенсә, үҫеп килгән йәш быуын тормошонда бындай акциялар бик ҙур роль уйнай.

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, «Газпром трансгаз Өфө» предприятиеһы шулай уҡ даими рәүештә Башҡортостандың балалар йорттарына һәм приюттарына матди ярҙам күрһәтә, унда тәрбиәләнеүселәргә Яңы йыл бүләктәре бирә, балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүҙә әүҙем ярҙам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть