Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Республика парламентарийҙары Башҡортостандың экология ҡануниәтен камиллаштыра

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ағзалары үҙҙәренең ултырышында «Башҡортостан Республикаһының Экология кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проектын ҡараны.

Республиканың Экология кодексына үҙгәрештәр индереүгә федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәр сәбәп булды. Улар – радиоактив ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең берҙәм дәүләт системаһын булдырыуға йүнәлтелгән, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә дәүләт контролен ойоштороу системаһына һәм был контролде башҡарырға хоҡуҡлы башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенә аныҡлыҡ индереүгә, шулай уҡ терминологияны федераль законға ярашлы тәртипкә килтереүгә йүнәлтелгән үҙгәрештәр. Закон проекты республика парламентының пленар ултырышының көн тәртибенә индерелеп, беренсе уҡыуҙа ҡаралһын өсөн, уны Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Президиумына ебәрергә тәҡдим ителде.

Республиканың экология ҡануниәтен камиллаштырыу кәрәклеге хаҡында үткән йылдың ноябрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең БР Дәүләт Йыйылышына «Халыҡ өсөн эшләү» мөрәжәғәтнамәһендә әйтеп үткәйне. Рөстәм Хәмитов экология мәсьәләләрен хәл итеүҙә урындағы власть органдарының хоҡуҡтарын киңәйтеү маҡсатында депутаттарға ҡайһы бер норматив хоҡуҡи акттарҙы ҡайтанан тикшереү буйынса инициатива менән сығыш яһарға тәҡдим иткәйне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть