6 декабрь, Шишәмбе

13 ғинуар 2012 йыл, 16:04

БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостандағы киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре Рәсәй матбуғаты көнөндә юғары дәүләт наградалары алды. Йыл һайын 13 ғинуарҙа билдәләнеүсе матбуғат хеҙмәткәрҙәрең һөнәри байрамы уңайынан ойошторолған бөгөнгө тантана БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов ҡатнашлығында үтте.

Республиканың өс вәкиле Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Улар -  «Янаульские зори» гәзитенең бүлек мөдире Анфиса Кузнецова, «Кама таңдары» гәзитенең яуаплы секретары Тәузиә Миронова һәм «Салауат» редакция-нәшриәт комплексы баҫмасыһы Флүзә Шәймөхәмәтова.

«Белебеевские известия» гәзитенең баш мөхәррире Любовь Иванова БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән тармаҡты үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.

Уның ике хеҙмәттәшенә БР Президенты Указы менән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеме бирелде. Маҡтаулы исемде «Янаульские зори» гәзитенең баш мөхәррире Рима Ғәбделхакова менән «Өмөт» гәзите хәбәрсеһе Резида Кадикова алды.

Бынан тыш, байрам сараһы сиктәрендә БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының һәм Журналистар союзының маҡтау грамоталары тапшырылды, шулай уҡ бер нисә һөнәри конкурс еңеүселәре иғлан ителде.