9 декабрь, Йома

13 ғинуар 2012 йыл, 15:05

Өфөнөң ер аҫты минераль һыуҙары участкаһы аукционға сығарыла

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу идаралығы (Башнедра) ер аҫты минераль һыуҙарын геологик яҡтан тикшереү, разведкалау һәм сығарыу маҡсатында Өфө участкаһының ҡаҙылма байлыҡтары менән файҙаланыу хоҡуғына аукцион үткәрә.

Башнедра сайтында хәбәр ителеүенсә, аукцион урындағы ваҡыт менән 15.00 сәғәттә ағымдағы йылдың 7 февралендә Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 86 адресы буйынса Башҡортостан Республикаһы буйынса Ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу идаралығында үтәсәк.

Заявкалар һәм уларға ҡушымталар 17 ғинуарға 17.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Был задатка индереү срогына ла ҡағыла.