5 декабрь, Дүшәмбе

13 ғинуар 2012 йыл, 14:37

Башҡортостанда закон сығарыусылар яҙғы сессияға өҫтөнлөктәр билдәләне

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев яҙғы сессияға депутаттар корпусы эшенең төп йүнәлештәрен билдәләне. Республика парламентарийҙарының закондар сығарыу эшмәкәрлеге нигеҙенә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «Халыҡ өсөн эшләү» мөрәжәғәтнамәһе ятасаҡ.

— Беҙ республика Президенты ҡуйған бурыстарҙы хоҡуҡи «сиктәргә» ҡуйырға тейешбеҙ, — тип хәбәр итте Константин Толкачев. – Ошоға ярашлы, беҙгә «Башҡортостан Республикаһы закондарын киң йәмәғәтселеккә еткереү тураһында»ғы закон проекты өҫтөндәге эштәрҙе тиҙләтергә, «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты статусы тураһында»ғы законға, коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек өлкәһендәге бер нисә закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индерергә кәрәк. «Башҡортостан Республикаһында бушлай юридик ярҙам күрһәтеү тураһында»ғы закон проектын әҙерләү ҙә йәмғиәт өсөн әһәмиәтле булмаҡсы. Шулай уҡ муниципаль хеҙмәткә һәм урындағы уҙидараға ҡағылышлы закондарға ла үҙгәрештәр индереү зарур.

Республика парламенты спикеры, бөгөн илдә Рәсәй дәүләте башлығы Дмитрий Медведевтың федераль власть органдарында булған ҡайһы бер хоҡуҡтарҙы төбәк һәм муниципалитеттарға бүлеп биреү буйынса инициативаһы тормошҡа ашырыла, тип билдәләне.

— Рәсәй Президенты хоҡуҡтарҙы оптималләштереү буйынса кәрәкле ҡарарҙар ҡабул иткәндән һуң, беҙгә күп кенә республика закондарына үҙгәрештәр индерергә кәрәк буласаҡ, — тине Константин Толкачев. – Быларҙың барыһы ла һөҙөмтәлә төбәктең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡ.