9 декабрь, Йома

13 ғинуар 2012 йыл, 14:03

Республика автоинспекцияһы кесаҙнала 4000 ҡағиҙә боҙоу осрағын теркәгән

автор: Ольга Мортазина

Кесаҙна көндө республика автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре дүрт меңдән ашыу ҡағиҙә боҙоу осрағын теркәгән. БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, алкоголь ҡулланған 90 водитель ҡулға алынған. 448 кеше хәүефһеҙлек ҡайыштары менән файҙаланмаған. Тимер юл аша үткәндә 118 автомобиль ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән. Уҡып булмаған номерҙар өсөн автоинспекторҙар 240 водителгә штраф яҙған. Тағы 248 кеше техник торошо төҙөк булмаған транспорт менән идара иткән өсөн яза алған. 200 йәйәүлегә административ протокол төҙөлгән.

— Был статистика юлдарҙағы көндәлек хәлдәрҙе сағылдыра һәм хәрәкәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙың ниндәй күләмгә етеүен күрһәтә, — тип белдерҙе республика автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Светлана Әсәнова. — Уҙған тәүлектә 327 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Өс автоаварияла биш кеше йәрәхәтләнгән.

темалар: ЮХХДИ