Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала йәштәрҙең бизнес-проекттары конкурсында еңеүселәр гранттарға лайыҡ булды

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы «Йәштәр проекты – 2011» республика йәштәр бизнес-проекттары һәм бизнес-идеялары конкурсында еңеүселәрҙе билдәләне. Йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә, шулай уҡ һәләтле йәш эшҡыуарҙарға финанс ярҙам күрһәтеү маҡсатында конкурс тәүгә үткәрелде.

Үткән йылдың декабрендә жюри конкурста ҡатнашыусыларҙың бизнес-проекттарына һәм бизнес-пландарына баһа бирҙе. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Иҡтисади үҫеш министрлығы, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм үҫеш фонды вәкилдәре комиссия составына инде.

Конкурста бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм 30 йәшкә тиклемге шәхси эшҡыуарҙар ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ойоштороу комитетына йәмғеһе 70-тән ашыу бизнес-проект һәм бизнес-идея килгән. Конкурстың эксперттар советы ағзаһы, министрлыҡтың иҡтисади программалар һәм йәштәр мәшғүллеге бүлеге начальнигы Гөлназ Моратова хәбәр итеүенсә, тәҡдим ителгән эштәр нигеҙҙә аҙыҡ продукттарын һәм көнкүреш изделиеларын етештереү, малсылыҡ, экология һәм мәҙәни-ял итеү эшмәкәрлеге менән бәйле.

Конкурстың «Иң яҡшы йәштәр бизнес-проекты» номинацияһында 15 йәш эшҡыуар финалист булды. Йәнә бишәүһе «Йәштәр бизнес-идеяһы» номинацияһында еңде.

«Иң яҡшы йәштәр бизнес-проекты» номинацияһында еңеүселәргә шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн – 150 мең һум күләмендә грант, ә иң яҡшы йәштәр бизнес-идеяһы өсөн 50-шәр мең һум аҡса ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть