10 декабрь, Шәмбе

13 ғинуар 2012 йыл, 12:29

Туймазы батырҙары үҙҙәрендә үткән турнирҙа еңде

«Башинформ»

Туймазыла көрәш буйынса асыҡ республика турниры үтте.

Уның ойоштороусылары булып Туймазы районының Көрәш буйынса федерацияһы һәм район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты сығыш яһаны.

Ярыштарҙа Туймазы, Шаран райондарынан, Өфө һәм Октябрьский ҡалаларынан, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Дөйөм команда иҫәбендә турнир һөҙөмтәләре түбәндәгесә: Туймазы районы – I урын; Шаран районы – II; Ютазы районы – III (Татарстан).

темалар: көрәш