Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Сода» предприятиеһы мазут яғыулығынан баш тартырға ниәтләй

Иҡтисад

Стәрлетамаҡтағы «Сода» предприятиеһында энергия һаҡлау һәм энергетик һөҙөмтәлелекте арттырыу буйынса даими һәм өҙлөкһөҙ эш алып барыла. Сода мейестәрен мазут яғыулығынан газға күсереү был өлкәләге төп сараларҙың береһе булды.

— Беҙ мазут яғыулығынан бөтөнләй баш тартып, сода мейестәрен заманса һәм энергияны һаҡлаусы яғыулыҡҡа – газға күсерергә ниәтләйбеҙ. Был тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметергә, сифатлыраҡ продукция алырға һәм уның үҙҡиммәтен кәметергә мөмкинлек бирәсәк, — тип хәбәр итте «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры Сергей Лобастов.

Әлеге ваҡытта тәбиғи газ энергияның иң мөһим беренсел сығанағы булып тора.  Газ – иң отошло энергетик яғыулыҡ, ул төп продукт – кальцинацияланған сода етештереүҙәге сығымдарҙы кәметергә булышлыҡ итә.

Ағымдағы йыл аҙағына тиклем эштәр тамамланасаҡ һәм был, белгестәр фекеренсә, атмосфераға зарарлы матдәләр бүлеп сығарыуҙы йылына 5 мең тоннаға тиклем кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть