6 декабрь, Шишәмбе

13 ғинуар 2012 йыл, 11:23

Ғинуар айының ун көнөндә Рәсәйҙә хаҡтар 0,1 процентҡа артты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ҡулланыусылар хаҡтары индексы ғинуарҙың тәүге ун көнөндә 100,1 процент тәшкил итте, тип билдәләй Росстат. Былтыр ошо көнгә ҡарата хаҡтар Рәсәйҙә 0,8 процентҡа артҡайны.

Яңы йылда тоҙға хаҡ – 1 процентҡа, сусҡа ите, йомортҡаға, илдә етештерелгән алкоголле эсемлектәргә 0,3-0,5 процентҡа артты.

Йәшелсә-емеш продукцияһына ла хаҡтар артты. Дөйөм алғанда илдә йәшелсә һәм емеш-еләк 0,6 процентҡа ҡиммәтләнде. Кәбеҫтәгә – 1,1 процентҡа, картуфҡа – 0,8 процентҡа, кишергә 0,7 процентҡа хаҡ артты.

Уның ҡарауы, он, тары ярмаһы һәм ҡарабойҙай магазин кәштәләрендә арзаная.

Бынан тыш, бензинға хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалды, дизель яғыулығына хаҡ 0,1 процентҡа артты, тип билдәләй статистиктар.  

Ҡулланыусылар баҙарындағы хәлде анализлағанда статистиктар Рәсәйҙең 271 ҡалаһында тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең 62 төрөнә хаҡтарҙы иҫәптә тотҡан.