Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Иҡтисади тармаҡ предприятиелары ярышҡа саҡырыла

Иҡтисад

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты Комитет эшмәкәрлегенең төп төрҙәренә ҡараған преприятиелар араһында ярыш иғлан итә. Ошоға бәйле ведомство кәрәкле документтарҙы, шул иҫәптән ҡатнашыуға заявка һәм тейешле формала ярыш һөҙөмтәләрен баһалау өсөн финанс-иҡтисади күрһәткестәрҙе 18 ғинуарға тиклем тапшырыуҙарын һорай.

Был ярыштар республиканың сәнәғәт ҡеүәтен һөҙөмтәле файҙаланыуҙы күтәреүгә һәм предприятиеларҙың инвестицион күркәмлеген арттырыуға, шулай уҡ төбәктең ил һәм донъя баҙарындағы позицияларын нығытыуға йүнәлтелгән.  

Сара файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу, металға ҡарамаған минераль продукттар етештереү, ағас изделиелар етештереү, фәнни тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр, проект-тикшеренеү эшмәкәрлеге һәм төҙөлөш кеүек бер нисә төркөм буйынса үткәрелә.

БР Төҙөүселәр ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, предприятиелар араһындағы ярышҡа квартал һайын һәм йыл аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ. Конкурсанттар эшмәкәрлеген БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты приказы менән раҫланған комиссия ҡарай. Ярыш йомғаҡтары яңыртылған һәм һөҙөмтәле эшләгән предприятиеларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителгәндә, шулай уҡ финанс-хужалыҡ эшмәкәрлегендә иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән ойошмаларҙың етәкселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен дәүләт наградаларына тәҡдим иткәндә иҫәпкә алынасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть