Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Президентлыҡҡа кандидат булараҡ Владимир Путин яңы сайт асты

Сәйәсәт

Мартта үтәсәк Президент һайлауҙарында үҙ кандидатураһын тәҡдим итеүсе Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин Президентлыҡҡа кандидат булараҡ яңы сайт асты, тип хәбәр итә РИА Новости.

www.putin2012.ru сайты кесе йома эшләй башланы. Унда программа, биография, тәжрибә, ҡыҙыҡһыныуҙар, ваҡиғалар һәм халыҡ фекере кеүек бүлектәр тәҡдим ителә. Бынан тыш, сайттың «Рәсәйҙе бергәләп үҙгәртәйек» бүлегендә Владимир Путинға үҙ тәҡдимдәреңде ҡалдырырға була. Был тәҡдимдәр буйынса рейтингылар төҙөү ҡарала, уларҙың иң яҡшыларын сайтҡа инеүселәр үҙҙәре һайлаясаҡ.

Премьерҙың матбуғат секретары Дмитрий Песков асыҡлауынса, www.putin2012.ru сайты РФ биләмәһендә иртәгәнән эшләй башлаясаҡ. Сайт рус телендә генә эшләйәсәк. Һайлауҙарҙан һуң сайт эше туҡтатыласаҡ.

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть