8 декабрь, Кесе йома

13 ғинуар 2012 йыл, 10:24

Башҡортостан менән Белоруссияға берлектәге производстволар ойоштороу өсөн яңы мөмкинлектәр асыла

автор: Любовь Колоколова

20 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Беларусь Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Андрей Кобяков менән осрашыу планлаштырыла. Сара БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров һәм Башҡортостандың белорус предприятиелары менән электән хеҙмәттәшлек иткән эшлекле даирәләре ҡатнашлығында үтәсәк.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике республиканың сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеген артабан үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү, Андрей Кобяковтың төбәк етәкселеге менән осрашыуы һәм уның республиканың бер нисә предприятиеһына эш сәфәре танышыу визитының төп маҡсаты булып тора.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Павел Барминдың әйтеүенсә, илсе республиканың белорус етештереүселәре менән бәйләнештәр булдырған бизнес вәкилдәре менән осрашасаҡ. Иң элек был машиналар эшләү тармағы вәкилдәре, станоктар эшләүселәр, мебелселәр, теген предприятиелары хеҙмәткәрҙәре, белорус автомобилдәре өсөн автозапчастар дилерҙары.

Беларусь Республикаһы Илселегенең Өфөләге бүлексәһе етәксеһе Василий Новактың әйтеүенсә, Башҡортостанда берлектәге ике йыйыу производствоһы эшләй. Атап әйткәндә, был Стәрлетамаҡтағы бәләкәй ҡеүәтле тракторҙар йыйыусы «Беларус-Инмаш» берлектәге предприятиеһы. Яҡын арала берлектәге тағы ла өс производство асыу планлаштырыла.

— Әгәр етәкселәр йышыраҡ осрашһа, беҙҙең Белоруссия менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн бик яҡшы перспективаларыбыҙ барлыҡҡа киләсәк, эшлекле мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр асыласаҡ, — тип иҫәпләй Василий Новак.

Белешмә өсөн: 2011 йылдың ғинуарынан ноябргә тиклемге осорҙа Беларусь Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһы араһындағы тауар әйләнеше 1 млрд 278 млн АҠШ доллары тәшкил иткән, шуларҙың 152 миллионы — белорус экспортына, 1 млрд 126 мең доллары Башҡортостан өлөшөнә тура килгән. Беларусь башлыса көнкүреш техникаһы һәм ауыл хужалығы машиналарын эшләүгә бәйле продукттар менән тәьмин итә. Башҡортостан иһә нефть продукттары, каучук, машиналар эшләү ҡорамалдарын экспортҡа оҙата.