6 декабрь, Шишәмбе

13 ғинуар 2012 йыл, 9:48

Башҡортостан Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерләнә

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Хөкүмәтендә Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтте.

Рәсәй Президенты Указына ярашлы, әлеге йыл Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыу билдәһе аҫтында үтә. Беҙҙең төбәк тә еңеүгә ҙур өлөш индергән – хәрби операцияларҙа егерме һигеҙ башҡорт атлы полкы һәм Өфө йәйәүле полкы ҡатнашҡан.

Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ултырыш барышында, июнь башында Өфөлә Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәреләсәк, тип билдәләнде.

Августа Башҡортостан вәкилдәре Мәскәү өлкәһенең Можайск ҡалаһы эргәһендә үтәсәк «Бородино көнө» Бөтә Рәсәй хәрби-тарихи фестивалендә ҡатнашасаҡ, ә октябрҙә Германия Федератив Республикаһының Лейпциг ҡалаһында үтәсәк Наполен армияһын тар-мар итеүгә бағышланған халыҡ-ара хәрби-тарихи байрамдарға барасаҡ.

Йыл дауамында еңеүгә арналған ижади конкурстарға йомғаҡ яһаласаҡ, улар сәнғәт эшмәкәрҙәренең иң яҡшы эштәрен асыҡлаясаҡ. Юбилей йылы Өфөнөң Еңеү паркында хәрбиҙәргә — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл асыу менән тамамланасаҡ.