10 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2012 йыл, 17:18

Яңы йыл байрамдарында 10 ҡыр йәнлеге браконьерҙар ҡорбаны булған

автор: Галина Бахшиева

Яңы йыл каникулдарында БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының һунарсылыҡ өлкәһен күҙәтеү идаралығы инспекторҙары һунарсылыҡ өлкәһендәге ҡануниәтте күҙәтеү буйынса көндәлек рейдтар ойошторҙо. Дөйөм алғанда 140 рейд үткәрелеп, уның барышында 315 һунарсы тикшерелде. Һөҙөмтәлә 19 граждандың һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен боҙоуы асыҡланды.

— Яңы йыл рейдтары барышында республика биләмәһендә һунарсылыҡ өлкәһен күҙәтеү идаралығы инспекторҙары ике ҡоралай, ике мышы һәм алты ҡабандың атып алыныуын асыҡланы. Ҡыр йәнлектәренә һунар Благовещен, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Йылайыр райондарында алып барылған. Браконьерҙарҙан өс берәмек ҡорал тартып алынған, шуларҙан икеһенең хоҡуҡ һаҡлау органдарында теркәлмәүе асыҡланған. Браконьерлыҡ осраҡтарын асыҡлау буйынса рейдтар республикала әле лә дауам итә, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ҡайһы бер хайуандарға һунар миҙгеле 31 декабрҙә үк тамамланды. Яңы йыл каникулдарында тояҡлыларҙан йәш ҡабандарға ғына һунар итеү рөхсәт ителә. Уныһы ла һунарсыларға беркетелгән һунарсылыҡ биләмәләрендә алып барылырға тейеш. 2012 йылдың 29 февраленә тиклем республикала төлкөгә, ҡуянға, бүрегә, урман этенә һәм тағы бер нисә затлы тиреле йәнлеккә генә һунар дауам ителәсәк.

темалар: һунар, рейдтар