10 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2012 йыл, 17:13

Матбуғат көнөндә республикала өлкәнең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Рәсәй матбуғаты көнөнә Башҡортостандың иң яҡшы журналистары наградалар аласаҡ. Һөнәри байрам менән хеҙмәттәштәрен республиканың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов ҡотлаясаҡ. Тантаналы сара 13 ғинуарҙа Өфөлә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы бинаһында үтәсәк.

Республика киң мәғлүмәт сараларының иң лайыҡлы вәкилдәренә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлыҡтарының почет грамоталары тапшырыласаҡ, ҡайһы берәүҙәренә өлкәнең атҡаҙанған хеҙмәткәре исеме биреләсәк. Бынан тыш, был көндө һөнәри конкурстарҙа еңеүселәрҙе иғлан итәсәктәр. Наградланыусылар исемлегендә йәмғеһе 40-тан ашыу кеше бар, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан.