10 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2012 йыл, 16:45

Республикала халыҡтың финанс белемен арттырыу буйынса эксперттар төркөмө әҙерләнә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда халыҡтың финанс белемен арттырыу буйынса эксперттар төркөмө әҙерләнә. Бындай ҡарар 2011 йылдың октябрендә раҫланған «2011-2013 йылдарға Башҡортостан халҡының финанс белем кимәлен арттырыу» республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте менән ҡабул ителде.

Эксперттар алдында халыҡтың финанс белем кимәлен системалы арттырыу методикаһын әҙерләү, шулай уҡ программаны тормошҡа ашырыусылар эшмәкәрлеген күҙәтеү бурысы тора.

Эксперттар төркөмө составына Башҡортостан Республикаһының Финанстар министрлығы, Милли банкы, ғилми йәмәғәтселек вәкилдәре, финанс һәм фонд баҙарҙарында ҡатнашыусылар инәсәк, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

темалар: финанс белем