4 декабрь, Йәкшәмбе

12 ғинуар 2012 йыл, 16:26

Өфөлә эш табырға теләүселәрҙең иҫәбе һиҙелерлек артҡан

автор: Галина Бахшиева

Бөгөн Өфөлә үткән яңы йылдағы беренсе вакансиялар йәрминкәһендә баш ҡала предприятиелары һәм ойошмалары 330-ҙан ашыу эш урыны тәҡдим итте. Әйткәндәй, «вакантлы» йәрминкәгә килеүселәрҙең иҫәбе иһә 700-гә етте.  

— Бөгөнгө йәрминкәбеҙҙең һаҡ ойошмаларына арналыуына ҡарамаҫтан, унда сауҙа, төҙөлөш, сәнәғәт һәм страховкалау ойошмалары ла ҡатнашты. Ҡаланың 20-нән ашыу эш биреүсеһе унда 335 вакансия тәҡдим итте. Тағы 100 эш урыны эш эҙләүселәргә Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге менән тәҡдим ителде, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Йәрминкәгә килгән 700 кешенең 120-һе эш биреүселәр менән әңгәмәләшеү үтте. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса дәғүәселәрҙең яртыһы тиерлек эшкә урынлашыуға саҡырыу алды.

Иҫәп буйынса икенсе вакансиялар йәрминкәһе Өфөлә киләһе кесаҙна, 19 ғинуарҙа, үткәреләсәк. Был көндө баш ҡалабыҙҙың сәнәғәт предприятиелары үҙҙәрендәге вакансияларҙы тәҡдим итәсәк.