5 декабрь, Дүшәмбе

12 ғинуар 2012 йыл, 16:25

Рәсәй матбуғаты көнө алдынан Өфөлә конференция үтте

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Баҫма матбуғатҡа яҙылыу һәм уны таратыуҙан алынған килемдәр 2011 йылда кәмегән, әммә реклама баҙарының артыуы иҫәбенә был хәл көйләнгән. Был хаҡта бөгөн Рәсәй матбуғаты көнөнә ҡарата үткәрелгән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов хәбәр итте. Был һөнәри байрам йыл һайын 13 ғинуарҙа билдәләнә. Конференцияла гәзит һәм журналдарға айырыуса иғтибар бүленде. Һуңғы йылдарҙа уларҙың тиражы кәмей. Был бөтә Рәсәйгә хас тенденцияға әүерелгән.

Борис Мелкоедов һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ҡарамағында 100-ҙән ашыу дәүләт киң мәғлүмәт сараһы иҫәпләнә. Заман талаптарына ярашлы һәр баҫманың электрон версияһы бар.

— Баҫма һәм электрон матбуғат йәнәшә эшләргә тейеш, — тип билдәләне «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррир вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эльза Хорева. – Беҙҙең гәзиткә килгәндә, баҫма версияның ҡайҙа тамамланып, электрон версияның ҡайҙа башланыуын әйтеүе ҡыйын – улар бер-береһен тулыландыра.

— Электрон һәм баҫма матбуғат араһында бер ниндәй ҙә ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы күрмәйем, — тине «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев. – Баҫма матбуғатҡа беҙ конкурент түгел, беҙ уларҙың партнерҙары һәм ярҙамсылары.

Үҙ сиратында Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков бөгөнгө көндә ойошмала яҡынса 1350 кеше – бөтә төр киң мәғлүмәт саралары вәкиле булыуын билдәләне.

— Башҡортостан журналистары ойошмаһы – илдәге иң ҙур ойошмаларҙың береһе, — тип билдәләне Артур Дәүләтбәков. – Республикалағы барлыҡ журналистарҙы туплау беҙҙең төп маҡсатыбыҙ булып тора.