10 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2012 йыл, 15:51

Яңы йыл каникулдарында Башҡортостанда 7,5 мең кеше киҫкен вируслы инфекция менән сирләгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Яңы йылдың тәүге аҙнаһында Башҡортостанда йәшәгән 7448 кеше киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырый башлаған, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың республика идаралығында. Ауырыусыларҙың күбеһе — 74,4% — 14 йәшкә тиклемге балалар. Эпидемиологтарҙың иҫәпләп сығарыуынса, алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыусыларҙың иҫәбе 46,2 процентҡа кәмегән һәм һуңғы йылдар буйынса уртаса алғанда 1,6 тапҡырға түбәнерәк булған. Грипп осраҡтары теркәлмәгән.

Республиканың баш ҡалаһында бер аҙнала 2602 ҡала кешеһенә киҫкен респиратор вируслы инфекция диагнозы ҡуйылған. Инфекция йоҡторғандарҙың күбеһе — балалар. Яңы йыл байрамдарында өфөлөләр һирәк ауырыған — ауырыусылар һаны 41,3 процентҡа кәмегән. Әлеге мәлдә Өфө буйынса ауырыу кимәле эпидемилогик сиктән 29,5 процентҡа түбәнерәк.