11 декабрь, Йәкшәмбе

12 ғинуар 2012 йыл, 15:37

Өфөнөң алты спорт мәктәбе 11 миллион һум күләмендә Рәсәй гранттары алды

автор: Дмитрий Слезин

Өфөнөң олимпия резервындағы алты махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе 2010-2011 йылдар миҙгелендәге төрлө кимәлдәге ярыштарҙа күрһәткән һөҙөмтәләре буйынса «Олимпиясыларға ярҙам фонды» конкурсында гранттар алған.  

Баш ҡалабыҙҙың спорт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 1-се һәм 33-сө олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре был конкурста икенсе урын алыуға өлгәшкән. Конкиҙа уҙышыу спортын һәм саңғыла трамплиндан һикереүҙе үҫтереүгә «Олимпиясыларға ярҙам фонды» өсәр миллион һум бүлгән.

Конкурста өсөнсө урын һәм ике миллион һум күләмендәге грант 15-се спорт мәктәбенә бирелгән. Был мәктәптең тәрбиәләнеүселәре 2010-2011 йылдар миҙгелендә бобслей буйынса төрлө кимәлдәге ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән.

Бокс буйынса махсуслашҡан 4-се һәм фехтование буйынса махсуслашҡан 19-сы олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре, шулай уҡ биатлонсылар тәрбиәләүсе спорт мәктәбе лә конкурс лауреаттары исемен алған. Уларға берәр миллион һум бирелгән.