Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан парламентарийҙары торлаҡ мөнәсәбәттәре өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырырға уйлай

Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитетының беренсе ултырышында депутаттар беренсе уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы Законға үҙгәрештәр индереүҙе үҙ эсенә алған закон проектын ҡараны.

Комитет рәйесе урынбаҫары Елена Родина хәбәр итеүенсә, яңы закон проекты торлаҡ мөнәсәбәттәре өлкәһендә ҡала төҙөлөшөн контролдә тотоу мәсьәләләрен яҡшыраҡ регламентлау мөмкинлеген бирәсәк. Бынан тыш, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған граждандарҙы иҫәпкә алыу буйынса берҙәм электрон мәғлүмәт базаһы эшен алып барыу өсөн хоҡуҡи шарттар булдырыласаҡ.

Комитет рәйесе Наилә Ҡотлогилдина һүҙҙәренсә, торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө өлкәһендәге ҡануниәт – ғәмәлдәге закондарға төҙәтмәләр индереүҙе талап иткән өлкә, шуға күрә ҡаралған закон проектын ҡабул итеү зарур.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть