3 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2012 йыл, 14:39

Республикала «Еңеүемдең тарихы» бөтә Рәсәй конкурсы старт ала

автор: Сергей Захаров

15 ғинуарҙан 9 майға тиклем Башҡортостанда «Еңеүемдең тарихы» бөтә Рәсәй конкурсы үтәсәк.

Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, кино сәнғәте өлкәһендә профессиональ булмаған кешегә кино ярҙамында дөйөм кешелек проблемаларына үҙ ҡарашын белдереү, уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итеү, ҡаҙаныштары хаҡында бәйән итеү мөмкинлеген биреү ижади бәйгенең төп маҡсаты булып тора.

Бының өсөн биш номинация булдырылған: «Шәхси еңеүемдең тарихы», «Уңышлы ғаиләмдең тарихы», «Уңышлы эшемдең тарихы», «Тәбиғәтте һәм фаунаны һаҡлауҙа еңеүемдең тарихы», «Иманымды һаҡлауҙа еңеүемдең тарихы».

Киноконкурста ҡатнашыу өсөн тәҡдим ителгән темалар буйынса берәй хикәйә, новелла яҙыу талап ителә. Ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы www.moyapobeda.ru сайтында ҡалдырыу мотлаҡ.