10 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2012 йыл, 13:15

Өфө февралдәге бөтә донъя мотоуҙыштарына әҙер

автор: Дмитрий Слезин

Кесаҙна, 12 ғинуарҙа, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Йортонда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов рәйеслегендә боҙҙа мотоуҙыш буйынса шәхси донъя чемпионатының 2-се финалына әҙерлек һәм уны үткәреүгә арналған эш кәңәшмәһе үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, был сара ағымдағы йылдың 9-13 февралендә үтәсәк.

Ҡаланың был ваҡиғаға әҙерлеге тураһындағы отчет менән республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, Рәсәй Мотоциклет спорты федерацияһының вице-президенты, БР мотоциклет федерацияһы башҡарма комитеты рәйесе Риф Сәйетгәрәев һәм Өфө ҡалаһы ҡал округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов сығыш яһаны.

Бөгөнгө көндә финанс мәсьәләһе генә хәл ителеп бөтмәгән, смета БР Финанс министрлығы менән раҫлана. Ҡалған мәсьәләләр эш тәртибендә хәл ителә.

Республика бындай кимәлдәге мотоярыштарҙы беренсе тапҡыр ғына ҡабул итмәй, шуға күрә барыһы ла тиерлек әҙер.

Турнирҙа донъяның иң көслө 18 мотоуҙышсыһы ҡатнашасаҡ, улар бер нисә финалда иң яҡшыларын билдәләйәсәк. Ярыш системаһы тураһында Риф Сәйеттгәрәев һөйләне. Өфө этабында еңгән чемпионға ниндәй бүләк буласағы әле билдәле түгел, — уның автомобиль булыуы ла ихтимал.

Чемпионат киң мәғлүмәт сараларында һәм телевидениела киң яҡтыртыласаҡ, уҙыштар үтәсәк «Төҙөүсе» стадионынан тапшырыуҙар алып барыу мәсьәләһе тикшерелә. 2-се финал ваҡытында матбуғат үҙәге эшләйәсәк, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн брифингылар ойоштороласаҡ.

Билет программаһы ла әҙерләнгән (билеттарҙың хаҡы 150 һумдан башлана), алынған табыш Башҡортостанда мотоспортты үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. «Төҙөүсе»лә тамашасылар һәм ҡунаҡтар өсөн 7-8 йәмәғәт туҡланыу урыны эшләйәсәк, ярыштар символикаһы төшөрөлгән сувенир продукцияһы менән сауҙа итеү ойоштороласаҡ.

Өс тиҙ ярҙам машинаһы турнир көндәрендә көйәрмәндәр, ойоштороусылар һәм спортсыларҙың сәләмәтлеге һағында торасаҡ.

Суд коллегияһының составы раҫланған, унда халыҡ-ара уйындар үткәреүҙә тәжрибәһе булған арбитрҙар ингән.

Төп тамашаның ҡорос аттарҙағы рыцарҙарҙың боҙҙағы ярышы булыуын белеп, ойоштороусылар чемпионатты асыу һәм ябыу тантаналарын, шулай уҡ еңеүселәрҙе наградлауҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа вәғәҙә итә.