8 декабрь, Кесе йома

12 ғинуар 2012 йыл, 12:16

Башҡортостанда йәшәүсе 3600-ҙән ашыу кеше Өфөнөң мобиль халыҡ мәшғүллеге үҙәге хеҙмәттәре менән файҙаланған

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң мобиль халыҡ мәшғүллеге үҙәге үткән йылда Башҡортостан ҡалалары һәм райондарына 60 тапҡыр эш сәфәре менән сыҡҡан. Йыл дауамында баш ҡалалағы халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең мобиль үҙәге республикала йәшәүсе 3600-ҙән ашыу кешегә 5 меңгә яҡын дәүләт хеҙмәте күрһәткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уларҙың барыһы ла бушлай күрһәтелә.

Мобиль үҙәк тарафынан күрһәтелгән дәүләт хеҙмәттәренең күпселеге – 3500-ҙән ашыуы – һөнәри йүнәлеш өлкәһендә ярҙам күрһәтеү.

Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, мобиль үҙәк хеҙмәттәре менән өс меңдән ашыу студент һәм мәктәп уҡыусыһы, 100-гә яҡын эш эҙләүсе һәм иректән мәхрүм итеү рәүешендә яза алған яҡынса 400 кеше ҡулланған.

Бынан тыш, баш ҡалалағы халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең мобиль үҙәге үткән йыл дауамында Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Мәләүез ҡалаларында һәм Благовар районында йәштәр, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн вакансиялар йәрминкәләрен үткәреүҙә ҡатнашҡан.