9 декабрь, Йома

12 ғинуар 2012 йыл, 11:34

Республика мәктәптәрендә репетицион имтихандар башланды

автор: Әлим Фәйезов

Сығарылыш уҡыусылары өсөн иң ҡатмарлы һәм яуаплы осор етә — дүрт айҙан уҡыусыларға БДИ тапшырырға тура киләсәк. Балалар һынауҙарға психологик яҡтан мөмкин тиклем яҡшыраҡ әҙерләнһен өсөн, Башҡортостан мәктәптәрендә репетицион имтихандар башланды.

Атап әйткәндә, математика буйынса тәүге репетицион имтихан Хәйбулла районының Акъяр ауылы мәктәптәрендә үтте. 217 уҡыусы өсөн бында берҙәм дәүләт имтиханына хас шарттар тыуҙырылған. Материаларҙы тикшергәндән һуң уҡыусылар һәм уҡытыусылар етешһеҙлектәрҙе асыҡлап, уларҙы бөтөрөргә өлгөрәсәк, тип хәбәр иттеләр Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.