9 декабрь, Йома

12 ғинуар 2012 йыл, 11:22

Өфөлә социаль фотография конкурсы иғлан ителде

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә социаль фотография конкурсына эштәр ҡабул ителә башланы. Уның ойоштороусылары булып Башҡортостан митрополияһы, «Яңырыу» йәштәр ижады үҙәге, йәмәғәт ойошмалары сығыш яһай. Проектҡа БР Рәссамдар ойошмаһы һәм «Каруанһарай» комплексының Үҙәк художество галереяһы ярҙам итә.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан митрополияһының мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс ауыр томош хәлендә ҡалған кешеләрҙең проблемаларына иғтибар йәлеп итеү һәм бер үк ваҡытта ҡыйбатлы дарыуҙар менән дауаланыуға мохтаж инвалид балаларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында үткәрелә.

Йәше һәм ниндәй дин тотоуы буйынса сикләүҙәр юҡ, конкурста теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала. Конкурсҡа төҫлө, шулай уҡ аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәр ҙә ҡабул ителә. Шул уҡ мәлдә улар мотлаҡ «Инвалид балалар», «Өйһөҙҙәр», «Етемдәр», «Стихиялы бәлә-ҡазаларҙан зыян күреүселәр», «Ауыр хәлдә ҡалыусылар» кеүек биш темаға арналған булырға тейеш. Фоторәсемдәр 29 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.

Һуңынан конкурс йомғаҡтары буйынса иң яҡшы фотоһүрәттәрҙән күргәҙмә ойоштороласаҡ. Конкурс еңеүселәренә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.  Күргәҙмә ваҡытында шулай уҡ хәйер йыйыу һәм хәйриә йәрминкәһе ойошторола. Сара дауамында йыйылған аҡса тулыһынса инвалид балаларҙы дауалауға йүнәлтеләсәк.

темалар: конкурстар